Новости
12 Ғинуар 2024, 08:00

Ял көндәрендә -34 градусҡаса һыуыта

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, йома, 12 ғинуарҙа, ҡар, көндөҙ урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлға көрт һалыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10°.

Ял көндәрендә -34 градусҡаса һыуытаЯл көндәрендә -34 градусҡаса һыуыта
Ял көндәрендә -34 градусҡаса һыуыта

Шәмбе, 13 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә -20, -25°, аяҙытҡанда 30°, көндөҙ -19, -24° тиклем түбәнәйә.

Йәкшәмбе, 14 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 24-30°, аяҙытҡанда 34°, көндөҙ 18-23°.

 

 
 
 
Фото: Гөлнора Йәмилева
Автор:
Читайте нас