Яңы йыл яҡынлаша. Был байрам барыбыҙҙы ла берләштерә, сөнки ул һәр йортҡа, һәр ғаиләгә бер төрлө – матур шыршы, мул табын, шатлыҡтар алып килә. 2023 йыл муниципаль районыбыҙ, тыуған республикабыҙ һәм бөтә ил өсөн хеҙмәт һәм ҡаҙаныштар йылы булды. Йыл бик еңелдән булманы.
Күпселек сәнәғәт предприятиелары уңышлы эшләй, улар бер нисә йыл рәттән илдә талап ителгән продукция етештереү күләмен арттыра. Быйыл йәй һауа шарттарының насар булыуына ҡарамаҫтан, райондың аграр тармағы хеҙмәткәрҙәре яҡшы уңыш йыйып алды.
Үткән йыл илебеҙ нацизмға ҡаршы көрәшен дауам итте. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурыстарын уңышлы үтәй. Беҙ мөмкин булған тиклем яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә мораль һәм матди яҡтан ярҙам күрһәтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары сиктәрендә илдә һәм республикала ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Быйыл шулай уҡ федераль һәм республика властары ярҙамы менән социаль объекттарҙы капиталь ремонтлау буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Белем биреү һәм медицина учреждениелары матди-техник яҡтан нығытылды. Ауылдарыбыҙҙың коммуналь һәм транспорт инфраструктураһын яҡшыртыуға ҙур капитал һалыуҙар йүнәлтелде.
Уҙған йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы билдәһе аҫтында үтте. Уҙғарылған саралар остаздарыбыҙға, уҡытыусыларыбыҙға һәм педагогик хеҙмәт ветерандарына тәрән рәхмәт һәм ихтирам тойғоһоноң сикһеҙ булыуын күрһәтте. Заман бәйләнеше лә өҙлөкһөҙ: 591 бәләкәй ишембайлы беҙҙең менән тәүге яңы йылын ҡаршылай.
Халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙар үтте, ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайланды. Яңы йылда муниципаль районыбыҙ республика менән бергә мөһим сәйәси үҫеш осорона аяҡ баҫасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентын, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, ҡала һәм район Советтарына депутаттар һайланасаҡ. Был һайлау кампаниялары лайыҡлы үтер, тип ышанам. Яңы йылды иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән бергә ҡаршылау йолаһы бар. Ошо сәғәттәрҙә һеҙҙең йорттарығыҙ ғаилә усағының йылыһы менән йылытылһын, ә бәлә-ҡазалар һәм ҡайғылар артта ҡалһын. Яңы йыл һеҙгә яҡшы кәйеф, күңел тыныслығы, муллыҡ, һаулыҡ һәм именлек килтерһен. Тыуған республикабыҙ сәскә атһын, ә бөйөк илебеҙ һәр ваҡыт көслө
һәм ҡеүәтле дәүләт булып ҡалһын!
Яңы йыл менән, ишембайҙар!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.