Новости
29 Декабря 2023, 09:00

Башҡортостанда яңы йыл төнөндә һалҡын һәм ҡарлы була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, йома, 29 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, иртән айырым райондарҙа буран, юлдар тайғаҡ, урыны менән ҡар һырынтылары. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -7,-12° була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда яңы йыл төнөндә һалҡын һәм ҡарлы булаБашҡортостанда яңы йыл төнөндә һалҡын һәм ҡарлы була
Башҡортостанда яңы йыл төнөндә һалҡын һәм ҡарлы була

Шәмбе, 30 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Төндә -9,-14°, аяҙытҡанда -19°, көндөҙ -2,-7°, төньяҡта -12°.

Йәкшәмбе, 31 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуа, көндөҙ көньяҡта епшек ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында  көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -3,-8°, аяҙытҡанда -13-18°, көндөҙ 0,-5°, төньяҡта -10°.

 
 
 
Фото: Гөлнора Йәмилева
Автор:
Читайте нас