Новости
28 Декабря 2023, 13:00

Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырыу тәҡдимен индерҙе

27 декабрҙә Мәскәүҙә Дәүләт советы ултырышы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырыу тәҡдимен индерҙеРәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырыу тәҡдимен индерҙе
Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырыу тәҡдимен индерҙе

Уны Рәсәй президенты Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмә Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлауға арналды. Дәүләт башлығы «Йыл остазы» тигән йыллыҡ премия булдырырға тәҡдим итте.

«Биш йыл элек «Остазлыҡ өсөн» махсус билдәһен булдырҙыҡ. Мин «Йыл остазы» премияһын да булдырырға тәҡдим итәм. Илдең барлыҡ төбәктәре  остаздарҙың абруйын һәм статусын күтәреү өсөн аныҡ аҙымдар яһарға тейеш», - тине Владимир Путин.

 
 
 
Фото:kremlin.ru
Автор:
Читайте нас