Новости
28 Декабря 2023, 04:00

Башҡортостанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең окладтары арттырыла

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең окладтары 18,5% арттырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең окладтары арттырылаБашҡортостанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең окладтары арттырыла
Башҡортостанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең окладтары арттырыла

Билдәле булыуынса, дөйөм сумманы республика хөкүмәте раҫлай.

«Йыл буйына республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһында әүҙем һөйләшеүҙәр алып барҙы. Башҡортостан Башлығына, хөкүмәткә һәм профилле министрлыҡтарға мөрәжәғәттәр ебәрҙек. Комиссия ултырышында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында окладтарҙы арттырыу кәрәклеген раҫлаған аналитик мәғлүмәттәрҙе күрһәттек », - тине республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин.

Бынан алдараҡ Рәсәй хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн тағы 11 миллиард һум бүлде.

 
 
 
Фото редакция архивынан
Автор:
Читайте нас