Новости
27 Декабря 2023, 08:00

Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын була

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 27 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын булаБашҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын була
Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын була

Кесаҙна, 28 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, киҫкен. Температура төндә -4, -9°, көндөҙ -1, -6° була.

Йома, 29 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -11, -16°, көндөҙ -8, -13°.

 
 
 
Наил Рәжәпов фотоһы
Автор:
Читайте нас