Новости
26 Декабря 2023, 05:00

1 ғинуарҙан республикала йән башына йәшәү минимумы — 13 753 һум

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының телеграм-каналы.

Добавить в предпочтительные источники Google
1 ғинуарҙан республикала йән башына йәшәү минимумы — 13 753 һум1 ғинуарҙан республикала йән башына йәшәү минимумы — 13 753 һум
1 ғинуарҙан республикала йән башына йәшәү минимумы — 13 753 һум

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан төбәктә йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум; пенсионерҙарға — 12 530 һум, балаларға — 13 340 һум.

«Йәшәү минимумы дәүмәле ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. — Мохтаж булған балалы ғаиләләр өсөн түләүҙәр һәм пособиелар күләме лә ошо дәүмәлгә бәйле».

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас