Новости
20 Декабрь 2023, 07:30

Башҡортостанда пассажир автобустары һәм йөк машиналары хәрәкәте сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле пассажир автобустары һәм йөк машиналары хәрәкәте сикләнде.

Башҡортостанда пассажир автобустары һәм йөк машиналары хәрәкәте сикләндеБашҡортостанда пассажир автобустары һәм йөк машиналары хәрәкәте сикләнде
Башҡортостанда пассажир автобустары һәм йөк машиналары хәрәкәте сикләнде

Республика Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 20 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем йөк һәм пассажир автотранспорты хәрәкәте тыйыла:

— Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында;

— Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондарында Өфө — Бөрө —Яңауыл автомобиль юлында.

Сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.

Һорауҙар менән Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин: 8-927-955-11-00.

 

 

Әлфиә Әһлиуллина

Фото: https://vk.com/makarovorb

Автор:
Читайте нас