Новости
19 Декабря 2023, 14:00

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә әһәмиәтле өс бурысты билдәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың идара итеү командаһы өсөн өс мөһим бурысты билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә әһәмиәтле өс бурысты билдәләнеРадий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә әһәмиәтле өс бурысты билдәләне
Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә әһәмиәтле өс бурысты билдәләне

Беренсеһе – махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү буйынса әүҙем эш, барлыҡ ресурстарыбыҙҙы мобилизациялау, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә, яңы ирекле подразделениелар ойоштороуға булышлыҡ итеү, гуманитар ярҙам.

«Икенсеһе – махсус хәрби операция ветерандары, инвалидтары һәм уларҙың ғаиләләре, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән эшләү, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, яугирҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын реабилитациялау, йәштәр менән хәрби-патриотик эш алып барыу, ил эсендә ижтимағи-сәйәси хәлде ҡаҡшатырға, милләт-ара конфликттарҙы киҫкенләштерергә тырышыуҙарға ҡаршы тороу. Асылда иһә быларҙың барыһы ла махсус хәрби операцияның булып тора, ләкин тылда.

Өсөнсө бурыстар блогы - республика үҫеше пландарын һәм программаларын дауам итеү, иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу, инвестиция, технологик, инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу, халыҡтың йәшәү сифатын артабан да яҡшыртыу», - тине Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә.

 
 
 
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Автор:
Читайте нас