

Республика Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында» ҡарарына үҙгәрештәр индерелде.
Атап әйткәндә, документта түләүҙәрҙе бүлеү хаҡында һүҙ бара. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, 50 мең һумлыҡ 30 премияны - башҡорт теле, тағы 30 премияны - рус теле һәм 40 премияны туған тел уҡытыусылары алырға тейеш.
Премиялар күләме шул уҡ.