Новости
15 Декабрь 2023, 06:00

Владимир Путин: Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә банк комиссияһынан азат ителә

Тура бәйләнеш барышында президент Владимир Путин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың ҡиммәтләнеүенә үҙ фекерен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар яйлап артырға тейеш.

Владимир Путин: Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә банк комиссияһынан азат ителәВладимир Путин: Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә банк комиссияһынан азат ителә
Владимир Путин: Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә банк комиссияһынан азат ителә

Дәүләт башлығы ҡайһы бер төбәктәрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың йыл ярым артмауын әйтте. Был ваҡыт эсендә пенсиялар 22% индексацияланды.

Рәсәйҙә пенсионерҙарҙы барлыҡ түләү системалары аша торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләгәндә комиссиянан азат итеүҙәре хаҡында ла хәбәр итте.

«Был дөрөҫ түгел, айырыуса пенсионерҙарға ҡағылған осраҡта. Ҡарар яңы ғына ҡабул ителде, пенсионерҙар комиссия түләмәй», — тине ил президенты.

 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:
Читайте нас