Новости
15 Декабря 2023, 09:00

Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында белдерҙеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнәБашҡортостанда яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә
Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә

«3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға, 6 ғинуарҙа киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйыла», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Шулай итеп, сикләү дүрт көн ғәмәлдә, был магазиндарҙа һатыуға ғына ҡағыла. Кафе-ресторандарҙа спиртлы эсемлектәргә заказ бирергә мөмкин.

 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:
Читайте нас