

Документ мәктәптәрҙә дәрес ваҡытында ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф янаған осраҡтарҙан тыш кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыйа.
Дәүләт думаһының мәғариф буйынса комитеты башлығы Ольга Казакова алдан әйтеп үткәненсә, уҡыусылар фитнес-беләҙектәр менән файҙалана аласаҡ, ти. Ә мәктәптәр смартфондарҙы тыйыуҙы ғәмәлдә нисек тормошҡа ашырыуҙы үҙҙәре хәл итәсәк. Ул шулай уҡ балалар мәктәпкә алып килгән сим-карталы телефондар һәм планшеттар белем биреү программаларында ҡулланылырға тейеш түгел, тип белдерә.
РФ мәғариф министры Сергей Кравцов, үҙ сиратында, ата-әсәләр балалар менән бәйләнештә ҡаласаҡ, әммә дәрестәрҙә уҡыусылар уҡытыусы рөхсәте менән генә телефон менән файҙалана аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Шулай уҡ ҡабул ителгән төҙәтмәләр араһында 2024 йылдың 1 сентябренән хеҙмәт дәресен мотлаҡ предмет булараҡ ҡайтарыу ҙа бар.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_186947