

Ниһайәт, тип әйтәйекме икән, Башҡортостанға ысын ҡыш килде. Был аҙнала ярайһы уҡ һыуытасаҡ. Синоптиктар нимә ти һуң?
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн әле һаман плюслы һауа торошо һаҡлана. Көндөҙ ҡар яуа, ул епшек ҡарға һәм ямғырға әйләнә. Ошо сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә, епшек ҡар ағастарға һәм сымдарға йәбешә, юлда ҡар һырынтыһы барлыҡҡа килә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.
Иртәгә төндә һәм көндөҙ урыны менән ҡар яуа, юлдарҙа шулай уҡ боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан иҫә. Һауа температураһы төндә-7, -12, көндөҙ -5, -10 градус һалҡын була.
6 декабрҙә әҙерәк ҡар яуа, ел көнбайыштан талғын иҫә. Төндә -13, -18, урыны менән -23 градус һалҡын, көндөҙ -11, -16 градус була.
Әгәр дөрөҫ булһа, ялдарҙа төндә -33 градуслыҡ һалҡындар көтөлә. Тимәк, ҡыш ысынлап килде!