Новости
1 Декабря 2023, 11:00

Республикала ҡыштың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды

Синоптиктар Башҡортостанда ҡыштың тәүге көндәренә һауа торошона фараз бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала ҡыштың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булдыРеспубликала ҡыштың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды
Республикала ҡыштың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 1 декабрҙә, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5°.

Иртәгә, 2 декабрҙә, республикала төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ +1, -4°.

    Ләйсән Закирова   Гөлнора Йәмилева фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас