Новости
1 Декабрь 2023, 09:00

Доставалов исемендәге батальон яугире «Томан» Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың рота командиры «Томан» Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

Доставалов исемендәге батальон яугире «Томан» Батырлыҡ ордены менән бүләкләндеДоставалов исемендәге батальон яугире «Томан» Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде
Доставалов исемендәге батальон яугире «Томан» Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

«Томан» позывнойлы яугир «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалына ла лайыҡ булғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рота командиры «Томан» Ишембай районы хакимиәтендә спорт идаралығы етәксеһе булып эшләгән. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә ул башҡорт яугирҙәренең махсус хәрби операция зонаһында нисек хеҙмәт итеүҙәре һәм ни өсөн уларҙың хәрбиҙәр юлын һайлауҙары хаҡында һөйләгәйне.

 

Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Эдуард Ҡусҡарбәков

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас