Новости
29 Ноября 2023, 17:30

Башҡортостан Башлығы соҡор-саҡырлы юлдар тураһында әйтеп үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»тә «фонп йөрөгән» юлдарға айырыуса иғтибар бүленде. Республика етәксеһе «Емерек юлдар» проектының быйыл ғәмәлгә ашырыла башлауын хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google

«Ниндәйҙер бер мәлдә тиҫтәләгән йылдар буйына халыҡты яфалаған юлдарҙы үҙ көсөбөҙ менән тәртипкә килтерергә мөмкин икәнен аңланыҡ. «Юлдарҙы эшләгеҙ, юлдарҙы эшләгеҙ» тип яҙалар. Быйыл ошондай юлдарға 4 миллиард һум аҡса йүнәлттек. Быйыл 30 районда 4 миллиард һумға ремонт эшләйбеҙ. Хәҙер проектты дауам итеү бурысы тора. Киләһе йылға мин финанс министрлығынан 4 миллиард түгел, ә 5 миллиард һум һорар инем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас