

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергә тәүлек әйләнәһенә урмандарҙы патрулләүҙе ойоштора; дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа, шулай уҡ урмандан сығыу урындарында шыршы ташыуҙы контролдә тотҡан стационар постар булдыра; шыршылар һатылған урындарҙа рейд тикшереүҙәре үткәрә.
Федераль дәүләт һәм урман күҙәтеүе бүлеге начальнигы Эльмир Хөсәйенов билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, яңы йыл шыршыларын законһыҙ киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға – өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Уның күләме биш мең һумдан күберәк икән, граждандың Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы, йәғни алты йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.