Новости
22 Ноябрь 2023, 11:00

Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар

22 ноябрҙә Туймазынан 13 саҡрым алыҫлыҡта урындағы әһәмиәттәге юлда 33 пассажир ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған.

Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар барТуймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар
Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, «НефАЗ» «Лада Гранта» менән бәрелешкән, артабан «Лада»ға «Хендай Солярис» килеп бәрелгән. «Лада» водителе һәләк булған. Автобус юл ситенә сығып осҡан. Салондағы 33 пассажирҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған. «Хендай»ҙа йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

 

Дарья Субботина

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар
Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас