Новости
20 Ноября 2023, 14:00

Республикала боҙло ямғыр көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала боҙло ямғыр көтөләРеспубликала боҙло ямғыр көтөлә
Республикала боҙло ямғыр көтөлә

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 21 ноябрҙә боҙло ямғыр һәм дауыл фаразлана. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Иртәгә болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар, ямғыр, ә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Урыны менән боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, көньяҡта секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -1, -6°, көндөҙ -1, +4° .

 
 
 
Гөлнур Артыҡаева фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас