Новости
20 Ноября 2023, 12:07

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған Радик Динәхмәтов «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Ысын ир-егет ҡылығы был! Ул үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнаша һәм хәрби бурысын үтәй», - тине Радий Хәбиров награданы тапшырғанда.

«Беҙ унда аныҡ, һағыраҡ, кәрәк икән, ҡаты һуғышабыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең: «Башҡортостан, Алға!» тигән һүҙҙәрегеҙҙе хәтерҙән сығармайбыҙ»,- тине Радик Динәхмәтов.

 

Азат Ғиззәтуллин

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас