Новости
17 Ноябрь 2023, 15:38

Башҡортостанда ҡасан ҡар ятыр?

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, республикала ноябрҙең беренсе яртыһы субтропик һауа массалары йоғонтоһонда аномаль йылы килде. Уртаса һауа температураһы норманан 4-7° юғарыраҡ булды.

Башҡортостанда ҡасан ҡар ятыр?Башҡортостанда ҡасан ҡар ятыр?
Башҡортостанда ҡасан ҡар ятыр?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы ял көндәрендә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе фаразлана. Төндә -5, -10°, аяҙытҡанда -15°, көндөҙ -2, -7°. 18 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар, 19 ноябрҙә яуым-төшөм юҡ.

Яҡынса фаразға ярашлы, Башҡортостанда 21-22 ноябрҙә ҡар ятыуы көтөлә көтөлә.

 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас