Новости
16 Ноябрь 2023, 11:00

Республикала -13 градусҡаса һыуыта

Алдағы өс көндә Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Республикала -13 градусҡаса һыуытаРеспубликала -13 градусҡаса һыуыта
Республикала -13 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ҡарлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

17 ноябрҙә бер аҙ епшек ҡар яуыуы, урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3, +2 градус.

18 ноябрҙә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8 градус, аяҙытҡанда -13 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -1, -6 градус.

 
 
 
Айһылыу Вахитова фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас