Новости
14 Ноябрь 2023, 07:06

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр иттеСиноптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

15 ноябрҙә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус, көндөҙ 0, +5 градус.

16 ноябрҙә бер аҙ ҡарлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

 
 
 
Айһылыу Вахитова фотоһы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас