

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, йәшәү минимумы халыҡтың йәшәү кимәлен асыҡлау һәм уларҙы аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына индереү өсөн ҡулланыла. Ул дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләү өсөн кәрәк.