Новости
10 Ноябрь 2023, 09:00

Республикала алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар фаразлауынса, йома, 10 ноябрҙә, көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы +2, +7°.

Республикала алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуытаРеспубликала алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта
Республикала алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта

Шәмбе, 11 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр яуа, көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һәм көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе, 12 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ 0, +5°.

 
 
 
Гөлнур Артыҡаева фотоһы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас