Новости
9 Ноябрь 2023, 09:00

Томан, ямғыр һәм көслө ел: республикала йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтә

Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 9 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа.

Томан, ямғыр һәм көслө ел: республикала йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтәТоман, ямғыр һәм көслө ел: республикала йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтә
Томан, ямғыр һәм көслө ел: республикала йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтә

Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы +2, +7°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында иртән томан төшөүгә бәйле 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе фаразлана.

Йома, 10 ноябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ урыны менән көслө ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Төндә -2, +3°, көндөҙ +1, +6°.

Шәмбе, 11 ноябрҙә, төндә ямғыр, көндөҙ бер аҙ ямғыр, урыны менән ҡарлы ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4°, көндөҙ +1, +6°.

 
 
 
Гөлнур Артыҡаева фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас