Новости
25 Октября 2023, 07:00

Республикала аҙна аҙағына тиклем һалҡын һәм ҡарлы була

Синоптиктар фаразлауынса, шаршамбы, 25 октябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала аҙна аҙағына тиклем һалҡын һәм ҡарлы булаРеспубликала аҙна аҙағына тиклем һалҡын һәм ҡарлы була
Республикала аҙна аҙағына тиклем һалҡын һәм ҡарлы була

Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 0, -5°, көнсығышта  +5°.

Кесаҙна, 26 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, -5° була.

Йома, 27 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, -5°.

 
 
 
Рәйлә Ғәниева фотоһы.
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас