

Был 32 миллион кешегә ҡағыла, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте рәйес Вячеслав Володинға һылтанма менән.
«Пенсионерҙарға түләнә торған аҡса федераль бюджет проектына һалынған. 2024 йылда пенсияны арттырыу өсөн өҫтәмә бюджет сығымдары 234 миллиард һум самаһы тәшкил итә», — тип белдерҙе Володин.
25 октябрҙә депутаттар беренсе уҡыуҙа минималь эш хаҡын күтәреү тураһында законды ҡарарға йыйына.