Новости
14 Октября 2023, 08:41

Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!

Башҡортостанда макулатура йыйыу буйынса «БумБатл» акцияһы башланды. Ул 15 ноябргә тиклем барасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!
Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!

Был акция «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның үҙенсәлеге шунда: республика халҡы макулатура тапшырып, команда йәки шәхси иҫәптә беренселектә һынау тотасаҡ. Бының өсөн бумбатл.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, акция сиктәрендә юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм уны эшкәртеү темаларына экодәрестәр, лекциялар үткәреләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылда Башҡортостанда 16,78 тонна макулатура йыйылды.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас