Новости
12 Октября 2023, 11:00

Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан

Башҡортостанда дәүләт лотереяһында ҡатнашыусы 14,7 миллион һум отҡан. «Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә «Рапидо» дәүләт лотереяһының суперпризы - 14 795 679 һум уйнатылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡанЯҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан
Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан

287711-се тираж һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ еңеүсе булған.

«Әлеге ваҡытта уның мобиль ҡушымтала 300 һумлыҡ билет һатып алыуы ғына билдәле», - тип белдерҙеләр компанияла.

«Рапидо» ҡағиҙәләре буйынса, суперприз отор өсөн комбинацияларҙың бөтә һандарын тура килтереп яҙырға кәрәк. Отоштар 15 минут һайын үткәрелә.

 
 
 
Фото: Ксения Калинина
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас