Новости
12 Октябрь 2023, 05:36

Алдағы өс көндә республикала ямғырлы һәм һалҡын була

Синоптиктар фаразынса, алдағы өс көндә республикала ямғырлы һәм һалҡын була.

Алдағы өс көндә республикала ямғырлы һәм һалҡын булаАлдағы өс көндә республикала ямғырлы һәм һалҡын була
Алдағы өс көндә республикала ямғырлы һәм һалҡын була

Кесе йома, 12 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Иртәнсәк юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8°.

Йома, 13 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +5, +10°.

Шәмбе, 14 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°.

 
 
 
Фото: Зөлфиә Ғәзизова
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас