Новости
9 Октябрь 2023, 08:13

Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда -2 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә Башҡортостанда көндәр ямғырлы һәм һалҡын була.

Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда -2 градусҡаса һыуытаЯмғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда -2 градусҡаса һыуыта
Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда -2 градусҡаса һыуыта

Дүшәмбе, 9 октябрҙә, ямғыр, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +6, +11°.

Шишәмбе, 10 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +3, +8°.

Шаршамбы, 11 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, таулы райондарҙа төндә һәм иртән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3°, днем +3, +8°.

 
 
 
Фото: Зөлфиә Ғәзизова
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас