Новости
9 Октября 2023, 14:00

12 октябрҙән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иттеләр

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов 9 октябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙған аҙнала Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында 0,9 гектар майҙанда ике урман янғыны сығыуы хаҡында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
12 октябрҙән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иттеләр12 октябрҙән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иттеләр
12 октябрҙән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иттеләр

«Бөгөн таңға урман янғындары теркәлмәгән. Шулай уҡ бөтәһе 0,8 гектар майҙанда өс ҡоро үлән яныу осрағы булған. Уттың ауылдарға күсеүенә юл ҡуйылманы, — тине ведомство етәксеһе. — Урман һәм ландшафт янғындары менән хәлдең тотороҡланыуына, янғын хәүефенең кәмеүенә бәйле 12 октябрҙән республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим ителә».

Янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарыу тураһында мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировта ҡарала.

Быйыл 15 майҙа Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Төп маҡсат — урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле хәлдәргә юл ҡуймау.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас