Новости
4 Октябрь 2023, 13:00

92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән

Тау башында үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем, тигән ул.

92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән
92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән

Дыуан районының Ҡаракүл ауылындағы "Нур-ислам" мәсете руханиҙары Башҡортостанды арҡырыға-буйға киҫкән. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар тағы ла оҙайлы сәфәрҙән ҡайтты. Уларға башҡорттар, ғөмүмән, бөтә мосолмандар өсөн изге урын – Торатауға сәйәхәт ҡылыу оҡшаған.

Диндарҙар араһында 92 йәшлек Фәриҙә Йәрмөхәмәтоваға ла бар.

– Төрлө иҫтәлекле урындарҙа булыу, әлеге шикелле йөрөп ятыу файҙаға ғына, – тип һөйләй ул. – Тотатауға менеү күптәнге хыялым ине, ниһайәт, ул тормошҡа ашты. Торатауҙың башында үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем.

 

 

Фото: Гөлнара Мөфлихунова.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас