Новости
3 Октября 2023, 05:00

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа башлана

Башҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү буйынса яңы программа башлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа башланаРеспубликала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа башлана
Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа башлана

Авария хәлендәге күп фатирлы йорттар реестры төҙөлгән, уға дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метрлыҡ 580 бина индерелгән. 15 меңгә яҡын кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла, тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин оператив кәңәшмә ваҡытында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, әле республикала 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр авариялы тип танылған йорттарҙан күсереү программаһының дүртенсе этабы ғәмәлгә ашырыла. Хәҙерге ваҡытта Яңауылда йәшәүселәр генә яңы фатирҙар көтә.

 
 
 
Фото: Олег Яровиков
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас