Новости
29 Сентябрь 2023, 12:45

Башҡортостанда газды нисек бушлай үткәрергә

Йылылыҡ һәм газ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йортона һыуыҡтар башланғансы килеп етһен өсөн ваҡытында участка сигенә тиклем газ үткәреүгә ғариза бирергә кәрәк.

☝Түбәндәге осраҡтарҙа йорт янына тиклем газ бушлай үткәрелә:

  йорт һәм ер участкаһы газ үткәрелгән тораҡ пунктта урынлашһа (быны www.connectgas.ru сайтында ҡарарға мөмкин),
  һеҙ - йорт милексеһе булһағыҙ,
  газды шәхси, ғаилә, йорт ихтыяждары өсөн ҡулланһағыҙ.

📑 Ғаризаны рәсмиләштереү өсөн:

  паспорт, ИНН, СНИЛС,
  ситуация планы (объект һәм ер участкаһы сиктәрен күрһәтергә),
  йортҡа һәм ергә хоҡуҡты раҫлаған документтарҙың күсермәһе кәрәк.

📍Ҡайҙа ғариза бирергә була:

  «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһының клиенттар үҙәгендә – https://vk.cc/clVMKC
  www.bashgaz.ru сайтындағы шәхси кабинетта
  www.connectgaz.ru порталында
  Дәүләт хеҙмәттәрендә https://vk.cc/crht6p
  Күп функциялы үҙәктә https://vk.cc/ckQ0w0

Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһы сайтында https://vk.cc/crht3R

Күрһәтелгән телефон буйынса өҫтәмә консультация алырға мөмкин:

📞 8 (800) 234 05 00 – стационар телефондарҙан шылтыратыу бушлай

СНТ-лағы йортҡа нисек газ үткәрергә – мәғлүмәт ошонда

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас