Новости
20 Сентябрь 2023, 05:00

Үҫмер наушнигын йотҡан

Ҡолаҡтарына кейгән көйө йоҡларға ятыу ҙур хәүеф тыуҙырыуы тураһында һәр кем аңлаһын ине

Үҫмер наушнигын йотҡанҮҫмер наушнигын йотҡан
Үҫмер наушнигын йотҡан

15 йәшлек ҡыҙ кис сымһыҙ наушнигында көйө йоҡлап киткән. Ә төндә ул тамағы ныҡ ауыртыуға уянған. Наушнигын да тапмаған. Ата-әсәһен уятып әйтеп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мәжбүр булғандар.

Ҡыҙҙы дауаханаға килтереп, рентген һәм фиброгастроскопия үткәргәс, наушниктың эстә - эсәк буйында уҡ булыуы күренгән. Үҫмерҙе балалар хирургияһы бүлегенә һалғандар. Бәхеткә, был юлы ул еңел ҡотолған: сит әйбер тәбиғи юл менән сыҡҡан, әле һаулығына бер ни ҙә янамай.

Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм каналында яҙып сыҡҡан.

Ул ата-әсәләргә балаларының ни менән шөғөлләнеүенә даими иғтибар итергә һәм уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа өндәгән.

 

Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас