Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2023, 15:40

Өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға мөмкинме?

Эйе, бының өсөн эш биреүсегә ғариза яҙырға кәрәк.

Тағы нимә белергә кәрәк:

⃣ Тулы булмаған эш көнөнә сығырға мөмкин. Эш көнө дауамлылығының сабыйҙы тәрбиәләргә мөмкинлек биреүе шарт. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләр йәки опекундар ай һайын пособие ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар тулы булмаған көнгә эшкә сыға ала. Бындай осраҡта, баланы ысынында кем ҡарай, пособие шул кешегә түләнә.

⃣ 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ял осоронда эшләү өсөн етәкселек менән алдан уҡ смена оҙайлығы һәм эш көндәре һаны тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк.

⃣ Йәш әсәләр командировкаларҙан, өҫтәлмә һәм төнгө эштәрҙән, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тарта ала.

4️⃣ Бала ҡарау буйынса ялды эшкә сығыу өсөн туҡтатырға, ә һуңынан йәнә рәсмиләштерергә мөмкин.

5️⃣ Бала ҡарау буйынса ял ваҡытында ата-әсәнең эш урыны һаҡлана.

6️⃣ Хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, Онлайнинспекция.рф порталында «Проблема хаҡында хәбәр итергә» сервисы аша мөрәжәғәт итегеҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: