Новости
15 Сентября 2023, 10:45

Фамилияны алмаштырғанда инвалидлыҡ тураһындағы белешмәне алмаштырырға кәрәкме?

Инвалидлыҡ тураһындағы белешмә пенсияны арттырыу, өҫтәмә социаль түләүҙәр юллау һәм ташламалар менән файҙаланыу өсөн кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бынан тыш, инвалид кеше өсөн шәхси реабилитация йәки абилитация программаһы (ИПРА) әҙерләнә. Ул да - документ.

Әгәр кеше фамилияһын алмаштырһа, белешмәне лә, шәхси реабилитация программаһын да алмаштырыу мотлаҡ. Бының өсөн документты алмаштырыу тураһында ғариза яҙырға кәрәк.

👉 Быны нисек эшләргә?

Йәшәгән урын буйынса шәхсән рәүештә медицина-социаль экспертиза бюроһында (яңы программа ғариза буйынса МСЭ бюроһында ғына бирелә) йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә: https://vk.cc/cqVt95.

Ғаризаға өҫтәп, иҫке белешмәне, яңы паспорт күсермәһен, фамилия алмаштырыуҙы раҫлаған документты (мәҫәлән, никах теркәү тураһында таныҡлыҡ) тапшырырға кәрәк.

Инвалидлыҡты билдәләү өсөн ҡабаттан экспертиза үтергә кәрәкмәй.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 1-00000-1

Шулай уҡ:

инвалид кешеләр өсөн файҙалы постар йыйылмаһы менән танышығыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас