Новости
14 Сентября 2023, 10:30

Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 10 сентябрҙә йәғни Берҙәм тауыш биреү көнөндә уҙған VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булдыБашҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды
Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә: «Берҙәм Рәсәй» — 1 063 631, КПРФ — 180 696, ЛДПР — 119 373, «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар —  Хәҡиҡәт өсөн» — 114 056, «Яңы кешеләр» — 52 688.

«Берҙәм Рәсәй» — 41, КПРФ — 6, ЛДПР һәм «Ғәҙел рәсәйҙәр» 4-әр мандат алды.

Парламентҡа үткән депутаттарҙың тулы исемлеге менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тапшырған документта танышырға мөмкин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Ҡоролтайының яңы составының тәүге ултырышы 5 октябрҙә үтә. Ошо хаҡта тулыраҡ агентлыҡ лонгридында уҡығыҙ.

 

 

 

 
 
 
Фото:Валерия Любина
 
 
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас