Новости
12 Сентября 2023, 09:00

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Рәсәй президентының рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинов Волга буйы Болғарының исламды ҡабул итеүененең 1100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Рәсәй президентының рәхмәт хаты менән бүләкләндеЮғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Рәсәй президентының рәхмәт хаты менән бүләкләнде
Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Рәсәй президентының рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Документ дәүләт башлығының указдар порталында баҫылған.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың сентябрендә Өфөлә ошо датаға арналған саралар үтте. Шулай уҡ улар шәйхелисламдың үҙ вазифаһында эшләүенә 40 йыл  тулыуға бағышланды.

 

Башинформ

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас