Новости
11 Сентября 2023, 07:06

Башҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

Башҡортостанда яңы аҙна ямғыр менән башлана, көндәр бер аҙ йылыта.Башгидромет синоптиктарынан билдәле булыуынса, бөгөн, 11 сентябрҙә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа +11, +16 градусҡаса йылына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы булаБашҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була
Башҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

Шишәмбе, 12 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнсығыштан. Төндә  +4, +9, көндөҙ +13 +19 градус йылы.

Шаршамбы, 13 сентябрҙә, йәнә ямғыр яуа. Ел төндә төньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Төндә  +3, +8, көндөҙ +14, +19 градус була.

 
 
 
 
Рәйлә Ғәниева фотоһы.
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас