

Иртәгә республикала болотло һауа торошо, ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көндөҙ +10, +15, республиканың төньяғында +20 градусҡа тиклем.
«Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, — тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар. — Әгәр көтөлмәгән хәлгә тарыһағыҙ, 112 номерына шылтыратығыҙ — һеҙгә мотлаҡ ярҙам итерҙәр».