

Рәсәй вице-премьеры Виктория Абрамченко һүҙҙәренсә, акцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртыу менән бер рәттән урман биләмәләрен агротехник тәрбиәләү һәм йыйыштырыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ мәғариф һәм ғилми проекттарҙы ғәмәлгә ашыра ала.
Башҡортостанда көҙгө урман культуралары эштәре 15 сентябрҙән башлана, тип белдерҙе республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.