Новости
5 Сентябрь 2023, 06:00

9 сентябрҙә Башҡортостанда экологик өмә ойошторола

Башҡортостанда 9 сентябрь берҙәм экологик өмә көнө тип иғлан ителде, тип хәбәр итте республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

9 сентябрҙә Башҡортостанда экологик өмә ойошторола9 сентябрҙә Башҡортостанда экологик өмә ойошторола
9 сентябрҙә Башҡортостанда экологик өмә ойошторола

 2 сентябрҙән ҡала-ауылдарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм республика экологик өмәләре, шулай уҡ таҙалыҡ көндәре башланды.

Ирина Голованова һүҙҙәренсә, уҙған ял көндәрендә төбәктә 2 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Сүп-сар йыйыуҙа 8 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ беркетелгән биләмәләрҙә 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты, 200 берәмек техника йәлеп ителде.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/public201720913

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас