Новости
25 Август 2023, 10:00

Башҡортостанда ял көндәрендә +13° тиклем һалҡынайтасаҡ һәм ямғыр яуасаҡ

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 26 августта, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2,+7°, көндөҙ +15,+20°.

Йәкшәмбе, 27 август, республикала төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +13,+18°.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/club169002387

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас