

Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр предприятиела бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған, мәҫәлән, биләмә кәртәһе емерелгән һәм ҡырағай ҡоштар осоп инә алған. Тап ошо сәбәптәр сир таралыуға килтереүе мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 августан ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың ҡош киҙеүе билдәләре менән сирләүе, күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Вирус лаборатор тикшереүҙән һуң раҫланды. Ҡоштарҙы яндырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында сирләүселәр теркәлмәне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Унда яҙылыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.