Новости
16 Август 2023, 10:15

Бөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә. Бөгөн Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә.
Сара 18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ. Әйткәндәй төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә. 

 

Сығанаҡ: amanat.su

Автор:
Читайте нас