Новости
8 Август 2023, 11:00

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың йә яраланғандарҙың поручителлек буйынса йөкләмәләре бөтөрөләсәк

Дәүләт Думаһына махсус хәрби операция барышында һәләк булған йә беренсе төркөм инвалиды булып ҡалған һалдаттарҙың поручителлек килешеүе буйынса йөкләмәләрен бөтөрөү тураһында закон проекты тәҡдим ителгән.

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың йә яраланғандарҙың поручителлек буйынса йөкләмәләре бөтөрөләсәкРәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың йә яраланғандарҙың поручителлек буйынса йөкләмәләре бөтөрөләсәк
Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың йә яраланғандарҙың поручителлек буйынса йөкләмәләре бөтөрөләсәк

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Турчак үҙенең телеграм-каналында яҙған. Уның һүҙҙәренсә, башланғыс махсус операция буйынса төркөм тарафынан әҙерләнгән.

«Бындай осраҡтарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың кредит йөкләмәләре тулыһынса бөтөрөлә. Әммә кредит буйынса поручителлек менән был мөмкин түгел — суд закон нигеҙендә бурыстарҙы уның вариҫтарына йөкмәтә, — тип яҙа Андрей Турчак. — Был дөрөҫ түгел. Әгәр яугир тыуған иле өсөн аҙаҡҡа тиклем көрәшкән икән, Ватан да уның бурыстарын үҙенә алырға тейеш. Яҡындары һәм ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы. Уларға кредиттар түгел, ә ярҙам кәрәк».   

 

 

Эдуард Ҡусҡарбәков

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас